-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2020, 18:53

"Рәсәй тәрбиәселәре" конкурсына кемдәр үткән?

Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылған конкурстың төбәк этабы тамам. Унда республиканың төрлө район, ҡалаларынан 94 педагог ҡатнашҡайны.

Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылған конкурстың төбәк этабы тамам. Унда республиканың 38 район һәм ҡалаларынан 94 педагог ҡатнашҡайны.
Еңеүселәр 6 номинация буйынса билдәләнде. "Иң яҡшы тәрбиәсе" исеменә Мәләүез районының "Малышок" 12-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Юлиә Мусина лайыҡ булһа, "Йәш һөнәрмән" номинацияһында беренселекте Өфө районының Нижегородка ауылына ҡараған "Әкиәт" 17-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ирина Шәмсетдинова менән Өфө ҡалаһының 209-сы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Светлана Протопопова яуланы. "Һөнәргә тоғролоҡ"та - Стәрлетамаҡ ҡалаһының 36-сы балалар баҡсаһынан Наталья Меренкова менән Өфө ҡалаһының 161-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Панова, "Иң яҡшы һөнәр эйәһе"ндә - Өфө ҡалаһының 251-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Елена Марковникова, "Инклюзив белем биреүҙә иң яҡшы тәрбиәсе-профессионал"да - Туймазы ҡалаһының 14-се махсус балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Чудина беренсе урын алды. "Эффектив етәксе" номинацияһында Октябрьский ҡалаһының "Йондоҙсоҡ" 2-се балалар баҡсаһы етәксеһе Анжелика Зәйҙуллина менән Стәрлетамаҡ ҡалаһының 21-се балалар баҡсаһы етәксеһе Марина Сәлимова еңеүсе булып танылды.
Еңеүселәрҙең эштәре 8-се "Рәсәй тәрбиәселәре" Бөтә Рәсәй конкурсына ебәрелә. Ул 1-30 ноябрҙә онлайн форматта уҙғарыла.
Конкурстың еңеүселәренең тулы исемлеген https://education.bashkortostan.ru/presscenter/news/315474/ һылтанмаһы аша инеп, ҡарарға мөмкин.
Читайте нас в