+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2020, 14:24

Йәш яҙыусылар һәм шағирҙар клубына саҡырабыҙ!

Башҡортостан башлығы грантына асылған "Йәш яҙыусылар һәм шағирҙар клубы"на башҡорт телендә ижад иткән 10-18 йәшлек үҫмерҙәр кәрәк!

Башҡортостан башлығы грантына асылған "Йәш яҙыусылар һәм шағирҙар клубы"на башҡорт телендә ижад иткән 10-18 йәшлек үҫмерҙәр кәрәк!
Проект сиктәрендә балаларға республиканың Яҙыусылар союзы тарафынан ижади дистанцион курстар уҙғарыла. Курстарҙан һуң йәш ҡәләм тирбәтеүселәр үҙҙәренең ижад емештәре менән онлайн-конференцияла сығыш яһай ала. Ә проекттың иң мөһим өлөшө - "Лукоморье" балалар әкиәт конкурсын үткәреү. Конкурс төбәк-ара кимәлдә уҙғарыласаҡ. Иң шәп әҫәрҙәрҙән китап сығарыласаҡ. Һәр ҡатнашыусыға диплом, ә еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Клуб 2020 йылдың 1 сентябрендә эшләй башланы һәм 2021 йылдың 31 майына тиклем эшләйәсәк.
Хөрмәтле уҡытыусылар, тәрбиәселәр, китапханасылар! Ижади ынтылышы булған балаларҙы проектҡа индерергә ярҙам итегеҙсе. Ҡатнашыусылар араһында башҡорт милләтлеләр бик аҙ, шуға ла әүҙемерәк булайыҡ, ти ойоштороусылар.
Проекттың сайты - https://proektddt.ru/ru/
Читайте нас: