+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Октябрь 2020, 21:22

Йәне йәнәттә булһын инде...

Беҙҙе йәнә бер ҡайғылы хәбәр тетрәтте: бөгөн Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин вафат булды. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Йәнә бер ҡайғылы хәбәр тетрәтте: бөгөн Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин вафат булды. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
Өлфәт Мансур улы ҡала хакимиәтен 2018 йылдың 29 октябренән алып етәкләй ине. Аҙаҡҡы ваҡытта ул COVID-19 инфекцияһы менән сирле кеше менән аралашҡандан һуң үҙизоляцияға киткәйне. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң уның пневмония менән сирләүе тураһында хәбәр булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баш ҡала мэре мәкерле вирусҡа ҡаршы тора алманы... 35 көн ул йәшәү өсөн көрәште, әммә...
"Аманат" журналы хеҙмәткәрҙәре Өлфәт Мансур улының яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Читайте нас: