-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Октябрь 2020, 12:57

Башҡортостанда дәүләт һәм башҡа телдәрҙе һаҡлау өсөн 3 миллиард һумдан ашыу бүленә

Республиканың дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү программаһы республиканың дәүләт һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү өсөн шарттар булдырыу кеүек маҡсатҡа өлгәшеүҙе күҙ уңында тота.

Башҡортостан властары республиканың дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү программаһына 3,74 миллиард һум йүнәлтә. Дәүләт программаһы 2019-2024 йылдарға иҫәпләнгән. Программаға үҙгәрештәр Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған хөкүмәт ҡарарында сағылған.
Программа республиканың дәүләт һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү өсөн шарттар булдырыу кеүек маҡсатҡа өлгәшеүҙе күҙ уңында тота. Документҡа ярашлы, дәүләт программаһы рус телен төрлө яҡлап үҫтереүгә булышлыҡ итергә, башҡорт телен ҡулланыу өлкәһен киңәйтергә, уны республиканан ситтә үҫтереүгә һәм һаҡлауға ярҙам итергә, шулай уҡ Башҡортостан халыҡтарының туған телдәрен һаҡларға һәм үҫтерергә тейеш.
Программаны финанслау республика бюджеты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Фото һәм мәғлүмәт «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы сайтынан алынды.
Читайте нас в