Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы, "Байыҡ" телевизион конкурсының баһалама комиссияһы рәйесе Ратмир Бәҙретдинов менән йырсы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ғүмəр Əбделмəнов та арабыҙҙан китеп барған.
Ратмир Сәрүәр улына - 88, ә Ғүмәр Мөғәлләм улына 90 йәш ине.
Башҡорт сәнғәтенә ҙур өлөш индергән әһелдәребеҙҙең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай һәммәбеҙгә лә ошо ауыр көндәрҙә түҙемлек бирһен ине.