-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Октябрь 2020, 15:30

“Йәшлек шоу – 2020. Перезагрузка” проекты Рәсәй буйлап атлай

29 октябрҙә Силәбелә “Йәшлек шоу – 2020. Перезагрузка” фестиваленең һайлап алыу туры үтте. Еңеүсе ҡыҙҙарға сертификаттар тапшырылды.

29 октябрҙә Силәбелә “Йәшлек шоу – 2020. Перезагрузка” фестиваленең һайлап алыу туры үтте.
Кастинг һөҙөмтәһе буйынса, 1-се урынға Силәбе өлкәһе Сосновка районының Туҡтыбай ауылынан Мәрйәм Хәлимова лайыҡ булһа, 2-се урын Арғаяш районының Аҡбаш ауылынан Вилиә Көсөковаға бирелде, ә 3-сө урынды Силәбе ҡалаһынан Наргөл Гришина яуланы. Ҡыҙҙарға бүләккә 10, 7 һәм 5 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылды.
Бөгөн иһә кастинг Ҡурған өлкәһенең Сафакүл ауылында ойошторасаҡ.
“Йәшлек шоу – 2020. Перезагрузка” йәш йыр-моң һөйөүселәр фестивале 18 сентябрҙә Өфө ҡалаһының Арт-квадрат ижад үҙәгендә башланғайны. Быйыл бәйге 28-се тапҡыр үткәрелә һәм ул ниһайәт Рәсәй кимәленә күтәрелде. Һайлап алыу турҙары Башҡортостандың ҡалаларында һәм Рәсәйһең 9 төбәгендә уҙғарыла.
Фестивалдә еңеүсе 300 мең һум аҡсалата призға эйә буласаҡ һәм артабан йыр-моң донъяһына ул тәжрибәле продюсер ҡанаты аҫтында тәүге аҙымдарын яһай аласаҡ. Проектта еңеүсенең йырын киң аудиторияға алып сығырға Elvin Grey лейблы ярҙам итәсәк.
Фото: ойоштороу комитеты.
Читайте нас в