Мәктәп йылдарында уҡ “Аманат”тың “Йәш хәбәрсе”һе исеменә лайыҡ булған, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында уҡығанда ла журналыбыҙ менән бик әүҙем хеҙмәттәшлек иткән һәләтле авторыбыҙ, хәҙер инде киносценарийҙар яҙып, фильмдар төшөрөүсе Рәфис Ҡойбағаровтың ижад юлын күҙәтеп барабыҙ. Театр өсөн яҙылған беренсе пьесаһын да түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ. “ЯРАТЫУСЫ ЙӨРӘК” тип атала ул.
Афарин, Рәфис! Һиңә киләсәктә лә тағы ла юғарыраҡ ижади үрҙәр, “Аманат”лы, “йондоҙ”ло ғүмер юлдары теләйбеҙ!
Уңыштарыңа ифрат та ҡыуанабыҙ.