+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Ноябрь 2020, 14:35

“Башҡорт телендәге иң матур һүҙ” проектында тауыш биреү башланды

Был тауыш биреүҙә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. 1-15 ноябрҙә bashslovo.ru сайтында иң яғымлы, иң матур мәғәнәле һүҙҙәрҙе тәҡдим итергә кәрәк.

Был тауыш биреүҙә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. 1-15 ноябрҙә bashslovo.ru сайтында иң яғымлы, иң матур мәғәнәле һүҙҙәрҙе тәҡдим итергә кәрәк.
22 ноябрҙә проекттың сайтында иң йыш осраған 12 һүҙ һайлап алынасаҡ һәм шулар араһында тауыш биреү башлана.
14 декабрҙә Башҡорт теле көнөндә иң яғымлы башҡорт һүҙен асыҡлаясаҡтар.
“Тәҡдимдәр араһында һирәк осраған, ҡулланыштан төшөп ҡалған күркәм һүҙҙәр булыуы шарт. Был ысул башҡорт теленең ни тиклем бай, яғымлы булыуын күҙҙаларға ярҙам итер. Тауыш биреүҙә еңгән һүҙҙәрҙең ресторан, парк, балалар үҙәктәре кеүек йәмәғәт урындарына башҡортса атама биргәндә ҡулланылыуы бар. Башҡортса атамалы объекттар республиканың туристик имиджын күтәреүгә өлөш индерәсәк”, - ти проект авторы, режиссер, продюсер, “Телешко” Балалар телевидениеһы мәктәбе директоры Рөстәм Аҙнабаев.
Телемәктәптең йәш журналистары был йәһәттән эш башлаған: улар кешеләргә иң матур һүҙҙәр тураһында һорауҙар бирә.
Проект “Медиаформат” Киң мәғлүмәт сығанаҡтарын популярлаштырыу буйынса балалар-үҫмерҙәр үҙәге һәм “Телешко” Балалар телевидениеһы мәктәбе тарафынан, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм “Тамыр” телеканалы ярҙамында башҡарыла. Сара республика башлығының Башҡортостанда дәүләт һәм халыҡтар телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә бүлгән гранты иҫәбенә ойошторола.
Читайте нас: