+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Ноябрь 2020, 12:46

Белем усаҡтарына 15 миллион!

Башҡортостанда заманса китапханалар барлыҡҡа килә. Был эш "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы башҡарыла.

Башҡортостанда заманса китапханалар барлыҡҡа килә. Был эш "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы башҡарыла. 2021 йыл "Мәҙәни мөхит" федераль проекты буйынса еңеүселәрҙе иғлан иттеләр. Еңеүселәр араһында Башҡортостандың Ҡариҙел һәм Учалы район үҙәк китапханаларына 15 миллион һум һәр береһенә биреләсәк.
Бынан тыш киләһе йыл республикала биш моделле китапхана ла ишектәрен асасаҡ тип хәбәр итәләр Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығынан. Стәрлетамаҡ, Күгәрсен, Учалы, Ҡариҙел һәм Саҡмағош райондарындағы моделле китапханалар асыу өсөн республика бюджетынан 60 миллион һум ҡаралған.
Читайте нас: