+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Ноябрь 2020, 13:01

Свердловск өлкәһендә башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре

Ҡошсо, Һыҙғы, Өпәй башҡорттары төйәге – Свердловск өлкәһендә милләттәштәребеҙ ни хәлдә?

Үткән шәмбе Свердловск өлкәһендә уҙғарылған башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында “Урал башҡорттары: тарих һәм этнография” түңәрәк өҫтәле ойошторолдо. Уның эшендә ике төбәктең дә профилле мәғариф һәм мәҙәниәт министрлыҡтары вәкилдәре, Башҡортостан һәм Свердловск өлкәһенең тарихсылары һәм этнографтары, Свердловск өлкәһенең башҡорт йәмәғәт ойошмалары ҡатнашты.
Свердловск өлкәһендә “Башҡорттар ҡоролтайы” башҡорт халҡының мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү йәмәғәт ойошмаһы, “Свердловск өлкәһенең башҡорт милли-мәҙәни автономияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы, “Свердловск өлкәһенең башҡорт үҙәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы эшләй.
Эйе, бында милләттәштәребеҙ күп йәшәй - 31 меңдән ашыу. 3 мең ярымдан ашыу бала 6 мәктәптә башҡорт телен өйрәнә, ә быға тиклем башҡорт теле буйынса төплө белемде улар Үрге Пышма ҡалаһында йәкшәмбе мәктәбендә лә ала ине. Был мәктәп уҡытыусылары үҙ-аллы методикаһын булдырған ине, уҡыусылар уҡыуҙан тыш даими рәүештә экскурсияларға йөрөнө, әммә бер йыл тирәһе инде был мәктәп эшләмәй. Нәфисә Тюменцева Свердловск өлкәһе башҡорттарының ошо мәктәпте ҡабаттан асыу мохтажлығын белдерҙе.
“Беҙ башҡорт теле уҡытыусылары өсөн конкурстар, уҡыусылар өсөн олимпиадалар уҙғарып торабыҙ. Башҡорт сәнғәт коллективы ла бар, унһыҙ ҡала һәм өлкә байрамдары үтмәй. Башҡорт йәштәре спортҡа ла ылыға, беҙҙә үҙебеҙҙең футбол командаһы бар. Шулай уҡ Свердловск өлкәһе башҡорттарының модель агентлығы ла эшләп килә. Бында башҡорт милли йүнәлештә күлдәктәр тегелә, дефиле ойошторола. Свердловск өлкәһе ҡоролтайы бик киң йәмәғәт ойошмаһы, уның егерменән ашыу бүлексәһе бар. Һәр береһендә башҡорттарға социаль һәм хоҡуҡи яҡтан ярҙам күрһәтелә», - тине ул.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева әйтеүенсә, министрлыҡтың делегацияһы эш сәфәре менән былтыр Үрге Пышмала булған. Урындағы мәғариф идаралығы менән килешелгәнсә, ата-әсәләрҙән ун ғариза килгән хәлдә, йәкшәмбе мәктәбен ҡабат асырға тейеш булғандар ине. Был килешеүҙең үтәлешен Мәғариф һәм фән министрлығы тиҙ арала тикшерәсәк.
Әлфиә Закир ҡыҙы шулай уҡ быйыл ойошторолған “Йәйләү” онлайн лагерында Рәсәй төбәктәренән 235 бала, шул иҫәптән Свердловск өлкәһенән һигеҙ бала ҡатнашыуы тураһында ла әйтеп үтте. Республикабыҙҙың интернат төрөндәге лицей-гимназияларында был өлкәнән әлегә өс бала белем ала. Министр урынбаҫары уҡыусыларҙы 27 ноябрҙә башланасаҡ Ғарипов уҡыуҙарында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Түңәрәк өҫтәлдә ике төбәк ғалимдары Свердловск өлкәһендә йәшәүсе башҡорттарҙың ниндәй ырыуға ҡарауы, ауыҙ-тел ижады ҡомартҡылары, фольклоры, тарихы һәм ошо ҡиммәттәрҙең һаҡланыуы һәм уларҙы артабан да юғалтмау мәсьәләләре хаҡында сығыш яһаны. Киләсәккә ҡуйылған маҡсаттар араһында Екатеринбург ҡалаһында Башҡорт тарихи мәҙәни үҙәккә Зәйнәб Биишеваның исемен ҡушырға тигән идея ла яңғыраны. Был тәҡдимде түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар ҡул сабып ҡеүәтләне.
Читайте нас: