+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Ноябрь 2020, 12:05

Ҡужан ҡарағастарын киҫеүселәрҙе эҙләйҙәр

Бөтөн донъяла бындай йөҙйәшәр ҡарағастар һаны - ни бары 20, шуларҙың 11-е беҙҙең Башҡортостанда үҫә. Хәҙер уларҙың ғүмере хәүеф аҫтында.

Бөтөн донъяла бындай йөҙйәшәр ҡарағастар һаны - ни бары 20, шуларҙың 11-е беҙҙең Башҡортостанда үҫә.
30 октябрҙә республика халҡын башҡа һыймаҫлыҡ хәбәр шаңҡытты - дүрт быуат буйы Ер биҙәге булып үҫкән тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә ҡарағастарҙың барыһын да кемдер утын бысҡыс менән бысып сыҡҡан.
Ағастарҙы Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны Клара Абдуллина ҡурсалай, тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын да ул юллаған. Ә уға тиклем уларҙы уның атаһы тәрбиәләгән булған.
Ағастарҙы ҡотҡарырға мөмкин, бының өсөн ғалимдар ҙа йәлеп ителде. Әбйәлилгә күрше райондарҙан, Өфө, Магнитогорск ҡалаһынан был хәлгә битараф булмаған кешеләр ағылды. Белгестәрҙең кәңәше буйынса, киҫелгән урындарға улар ыҫмала һылап, пленка менән урап ҡуйҙылар. Елгә аумаһын өсөн һәр ағасҡа терәүҙәр беркетелде.
Әбйәлил районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов әйтеүенсә, был эш өсөн аҡса бүленәсәк (техника ҡуртымға алыу, яғыулыҡ өсөн).
Тәфтишселәр был енәйәтте кем ҡылғанын асыҡлай башланы.
Читайте нас: