-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Ноябрь 2020, 12:29

Владимир Путин ҡултамға ҡуйған яңы Федераль закон беренсе һəм икенсе балаға түлəүгə бəйле

Рəсəй Президенты октябрҙең һуңғы көндəрендə бер нисə мөһим документҡа ҡул ҡуйҙы. Шулар араһында балалы ғаилəлəргə арналғаны ла бар.

Рəсəй Президенты октябрҙең һуңғы көндəрендə бер нисə мөһим документҡа ҡул ҡуйҙы. Шулар араһында балалы ғаилəлəргə арналғаны ла бар.
Был яңы Федераль закон РФ Дəүлəт Думаһы тарафынан 21 октябрҙə ҡабул ителеп, шул көндө үк Федерация Советында хупланғайны.
Ул “Беренсе йəки икенсе бала тыуған (йə тəрбиəгə алынған) осраҡта айлыҡ түлəүҙəр һəм ваҡытлыса хеҙмəткə яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие иҫəплəү үҙенсəлектəре тураһында” тип атала. Йəғни, булған законға үҙгəрештəр индерелгəн.
Федераль законда ҡарағанса, тəүге йə икенсе бала тыуғанда (тəрбиəгə алғанда), əгəр ҙə ғаилəнең йəн башына килеме ике йəшəү минимумы күлəменəн артмай икəн, ай һайын түлəү алырға хоҡуғы бар. Аҡса бала бер йəшкə еткəнсе түлəнə. Ошо ваҡыт үткəс, ғаилə балаһы өс йəшкə еткəнсе түлəү алыуға ғариза яҙырға тейеш. Əлбиттə, бында килем дə күрһəтелə.
Быйыл 1 апрелдəн 1 октябргə тиклем һəр ғаилəгə (килеменə ҡарамаҫтан) түлəү булды.
Санитар-эпидемиологик шарттарҙы иҫəпкə алып, Законда ғаилəлəргə үрҙə телгə алған түлəүҙе 2021 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтырға тəҡдим ителə.
Фото: https://pixabay.com/
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: