Документта мотлаҡ коронавирусҡа анализ бирергә тейешлеләрҙең категориялары билдәләнгән. Улар – йоғошло сир билдәләре менән Рәсәйгә килгәндәр, ауырыу йоҡторған кешеләр менән аралашҡандар, дауахананан тыш пневмония, грипп һәм ОРВИ диагнозы ҡуйылған сирлеләр. Шулай уҡ балалар йорттарында, төрмәләрҙә, ҡарттар йорттарында һалҡын тейҙереү билдәләре барлыҡҡа килгәндә, 65 йәштән өлкәндәр респиратор билдәләре менән мөрәжәғәт иткәндә яңы коронавирус инфекцияһына тест уҙғарыла.
Социаль учреждение хеҙмәткәрҙәре вахта ысулы менән эшләгәндә смена башланыр алдынан анализ бирергә тейеш. Шулай уҡ ойошторолған коллективтарҙа өс һәм унан күберәк осраҡ теркәлһә, балаларҙы коронавирусҡа тикшерәләр.