-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Ноябрь 2020, 13:27

"Ҙур этнографик диктант" яҙырға әҙерһегеҙме?

3 ноябрҙән по 8 ноябргә тиклем онлайн форматта "Ҙур этнографик диктант" 5-се Халыҡ-ара мәғариф акцияһы үткәрелә. Был сара халыҡтың этнографик белемен баһалау мөмкинлеген бирәсәк. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.

Акцияла ҡатнашыу өсөн:
1. 3 ноябрҙән 8-енә тиклемге арауыҡ эсендә акцияның сайтына http://www.miretno.ru/ һылтанмаһы буйынса инергә кәрәк.

2. "Диктант яҙыу" төймәһенә баҫырға.

3. Шәхси мәғлүмәт битләүен тултырырға.

4. 30 һорауға яуап бирергә.

5. Ҡатнашыусы сертификатын алырға (электрон форматта).
Диктант эштәре тест формаһында бирелгән һәм уларҙың 20-е Рәсәй халыҡы өсөн дөйөм һорауҙар, ә ҡалған 10-ы - төбәккә ҡағылышлы.
Иғтибар! Диктант яҙыу өсөн 45 минут ваҡыт бирелә!
Читайте нас: