Халыҡтар берҙәмлеге көнө Рәсәйҙә 2004 йылдан алып уҙғарыла. Уның тарихы 17-се быуат баштарына барып тоташа. 1612 йылдың 4 ноябрендә Кузьма Минин менән Дмитрий Пожарский халыҡты поляк баҫҡынсыларына ҡаршы күтәрә һәм Мәскәүҙе азат итә. Йәғни был дата беҙҙә һәр кемдең диненә, йәмғиәттә тотҡан урынына, матди хәленә ҡарамай, дошманға ҡаршы тупланыуҙы, берләшеүҙе сағылдыра.