-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Ноябрь 2020, 13:27

Владимир Путиндың өҫтəлендə Ҡөрьəн китабы ята

Кисə, Халыҡтар берҙəмлеге көнөндə, Рəсəй Президенты илдең төп дини конфессиялары етəкселəре менəн видеобəйлəнештə аралашты.

Кисə, Халыҡтар берҙəмлеге көнөндə, Рəсəй Президенты илдең төп дини конфессиялары етəкселəре менəн видеобəйлəнештə аралашты. Путин иң тəүҙə Рəсəйҙə ошо ҡатмарлы шарттарҙа иң мөһиме кеше ғүмере икəнен тағы ла бер тапҡыр əйтеп үтте. - Кеше ғүмеренең ҡиммəте - Рəсəйҙең традицион диндəренең нигеҙендə. Был православие (башҡа христиан конфессиялары), ислам, буддизм, иудаизм. Минең өҫтəлемдə юҡҡа ғына дүрт изге китап ятмай: Библия, Ҡөрьəн, Тора, Ганчжур. Уларҙың һəр береһендə кешегə, яҡыныңа һөйөү тулы, - тип һөйлəне ил башлығы. Һəм изге китаптарҙан өҙөктəр ҙə килтерҙе. Президент ҠөрьəнКəримдəн бына ниндəй өҙөктəр алған: «Скажи, Мухаммад: «Не прошу я награды у вас за то, что возвещаю вам веру истинную, а зову лишь любить ближнего». «Тому, кто добро творит, воздадим мы добром вдвойне». «Воистину Аллах с теми, кто богобоязнен и кто творит добро». Иҫ киткес матур һүҙҙəр. Əйткəнебеҙ бар инде: беҙҙең Президент үҙе лə диндар, һəр байрамы һайын ҡорамға бара. Иманға килеү бер ҡасан да һуң түгел, йəмəғəт.
Фото: Кремлин.ру Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в