+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Ноябрь 2020, 14:29

Алло, Владимир Владимирович, беҙгə нефть ятҡылығы һатмаҫһығыҙмы икəн?

Рəсəй Президенты Путинға Белоруссия лидерынан шундай һорау бирелгəн, имеш.

Рəсəй Президенты Путинға Белоруссия лидерынан шундай һорау бирелгəн, имеш. Ул тиклемен үк көтмəгəйне, ахыры, беҙҙеке. Бер нисə көн элек Владимир Путин менəн Александр Лукашенко телефондан һөйлəшкəндəр. Һүҙ донъяуи мəсьəлəлəрҙəн башланған, əлбиттə: коронавирус, вакцина, көрсөк һ.б. Шунан Беларусь Президенты үҙенең күптəнге телəген дə əйткəн. Рəсəй Президентының тура ғына яуабын белмəйбеҙ əлегə. Ил башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков Лукашенконың Рəсəйҙə нефть ятҡылығы һатып алырға телəгенə ҡарата аныҡ ҡарар юҡлығын белдерҙе. Ҡəтғи, юҡ, тигəн яуап бирелмəгəн былай. Был мəсьəлə буйынса тейешле министрлыҡтар менəн һөйлəшергə кəрəк. Лукашенко əфəнде конкрет бер урынды күҙ уңында тотамы - уныһы ла билдəле түгел. Беҙҙəн нефтте торба аша түгел, ерҙəн тура алғылары килə. Ҡара һин уларҙы!
Фото: Кремлин.ру
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: