3 ноябрҙә Ҡырымдағы "Артек" Халыҡ-ара балалар үҙәгендә "Ҙур тәнәфес" Бөтә Рәсәй уҡыусылар конкурсының йомғаҡлау этабы үтте. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 1200 үҫмер ҡатнашты, баһалама комиссияһы 9-11 синыф уҡыусылары араһынан 600 баланы еңеүсе тип тапты. Шулар иҫәбендә Башҡортостан командаһы ағзалары ла булды: 11 синыф уҡыусыларынан - Ксения Караваева, Яков Никольский, Алина Сәлимгәрәева, Азалия Рәшитова, Милена Миңлеғәлиева, Ралина Гәрәева, Максим Рогатин; 10-сы синыф уҡыусылары - Данил Каширин, Екатерина Сергеева, Карина Башмакова, Айтадж Блакишиева; 9-сы синыфтан - Элина Мәҡсүтова, Елена Косаринова.
11 синыф уҡыусылары араһынан һәр еңеүсе бер миллион һумлыҡ аҡсалата призға эйә булды. Был аҡсаны сығарылыш синыф уҡыусылары уҡыуға түләүгә йүнәлтә ала, шулай уҡ еңеүселәрҙең портфолиоһына юғары уҡыу йортона ингәндә 5 балға тиклем өҫтәмә балл бирелә.
9-10-сы синыф уҡыусылары араһынан еңеүсе тип табылғандарға уҡыуға түләүгә йүнәлтеү өсҡөн һәм белем алғанда кәрәкле гаджеттар һатып алыуға 200 меңешәр һум аҡсалата приз тапшырылды.
"Ҙур тәнәфес" - Рәсәй президенты грантына ойошторолған "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" платформаһында үткәрелгән сара. Конкурста ҡатнашыусылар өсөн төрлө йүнәлештә үҙҙәрен һынап ҡарау мөмкинлеге булдырылғайны - ижад, экология, һаулыҡ һаҡлау, инновациялар. Иң ҡыҙыҡлы проект авторҙары Дәүләт советы профилле төркөмөнөң мәғариф бүлегенә йәлеп ителә.