Көҙгө каникул тамамланыуға ике көн ҡалды. 9 ноябрҙән Башҡортостанда мәктәптә 1-сенән алып 5-се синыфҡаса, шулай уҡ 11-се синыф уҡыусылары уҡыясаҡ, ҡалған синыфтар, йәғни 6-сынан алып 10-сы синыфҡа тиклемгеләр дистантҡа күсерелә. Был хаҡта республика башлығы хәбәр итте. Бындай режим 22 ноябргә тиклем һуҙылмаҡсы.