+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ноябрь 2020, 14:41

Баҡалы районында ниндәй ырыу вәкилдәре йәшәй?

Район 1930 йылда Башҡорт Республиуаһының Бәләбәй кантонлығына ҡараған Баҡалы, Ҡорос, Рәжәп, Шаран, Исмәғил һәм Аҙнағол волостары ерҙәрендә барлыҡҡа килгән.

Район 1930 йылда Башҡорт Республиуаһының Бәләбәй кантонлығына ҡараған Баҡалы, Ҡорос, Рәжәп, Шаран, Исмәғил һәм Аҙнағол волостары ерҙәрендә барлыҡҡа килгән.
Элек хәҙерге Баҡалы районынцң көнсығыш яртыһына ҡараған ерҙәрҙә Ҡырғыҙ аҫаба башҡорттарының ерҙәре булған. Ҡырғыҙҙар Туҡтағол, Иҫке һәм Яңы Ҡатай, Камай, Иҫке Ҡуян һәм Ҡамышлытамаҡ (Яңы Ҡуян), Килкабыҙ, Саҡат, Үҫтем һәм башҡа ауылдарға нигеҙ һалған.
Сөн йылғаһының һул яры һәм Ыҡ йылғаһының үҙәндәре Юрмый ырыуы уөн күргән биләмәләрҙең төньяҡ-көнсығыш сиге булған. Юрмыйҙар Урманай, Нарат Йылға, Яңы Тымытыҡ, Яңы Урсай, Яңы Һаҫыҡкүл, Мостафа һәм башҡа ауылдарҙа йәшәй.
Читайте нас: