+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ноябрь 2020, 13:27

Өфөлә генерал Шайморатов тураһында «Ат уйнатып алдан бара» спектакле сәхнәләштерелә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры тамашасыларҙы яңы тарихи премьера менән ҡыуандырырға әҙерләнә.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры тамашасыларҙы яңы тарихи премьера менән ҡыуандырырға әҙерләнә. Театрҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар полководецы, генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов тураһында спектакль өҫтөндә репетиция тамамлана.
«Ат уйнатып алдан бара» спектакленең премьераһы 19 һәм 20 ноябрҙә театрҙың Бәләкәй сәхнәһендә була (Ҙур сәхнә әле һаман реконструкциялана).
Сценарий авторы — Зөһрә Бураҡаева, проекттың художество етәксеһе – Айрат Абушахманов, ҡуйыусы режиссер – Хөрмәтулла Үтәшев, рәссам – Альберт Нестеров, композитор — Урал Иҙелбаев, хореограф — Рәис Низаметдинов. Консультант булып Салауат Хәмиҙуллин сығыш яһай.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев һүҙҙәренсә, спектакль бик ҡатмарлы шарттарҙа тыуған, пандемия арҡаһында премьера көнөн күсерергә тура килгән.
«Шайморатов — ябай ауыл егете, Хәрби Академияны тамамлаған, биш тел белгән, атаҡлы полководец булған. Беҙ спектаклдә уның бала сағын күрһәтмәйбеҙ, ә шунда уҡ һуғыш осоронан, уның өлөшөнә төшкән һынауҙарҙан башлайбыҙ, — тип һөйләне ҡуйыусы режиссер «Башинформ» агентлығы журналисына. — Исемдең русса вариантын оҙаҡ уйланыҡ һәм ул замандаштарыбыҙға саҡырыу булып яңғыраһын өсөн «Потомки Салавата не отступят!» тип атаныҡ».
Төп ролде – Миңлеғәле Шайморатовты Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Артур Кәбиров уйнай.
Читайте нас: