Конференцияла ҡатнашыусылар 4 йүнәлештә - "Башҡорт теле - ата-бабаларымдың теле", "Минең шәжәрәм", "Минең районымдан сыҡҡан башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәре", "Тыуған яғымдың топонимикаһы" темалары буйынса тикшеренеү эштәрен ебәрҙе.
Сараның ойоштороусылары, сентябрь-октябрь айҙарында Асҡын, Баҡалы, Балтас, Балаҡатай, Бөрө, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Борай, Дыуан, Дүртөйлө, Иглин, Илеш, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Краснокама, Кушнарен, Мәсетле, Мишкә, Нуриман, Салауат, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Саҡмағош, Шишмә, Шаран, Яңауыл райондарынан, Ағиҙел, Нефтекама, Октябрьский һәм Өфө ҡалаларынан ҡатнашыусылар ебәргән эштәрҙе баһаланы.