+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ноябрь 2020, 13:48

Владимир Путин ядро көстəре менəн идара итеү системаһын нығытырға ҡушты

Һуңғы ваҡытта ядро ҡоралы системаһының идара элементтары юғары кимəлдə ҡаралһын өсөн күп нəмə эшлəнде.

Рəсəй Президенты Оборона министрлығы, оборонасəнəғəт комплексы етəкселəре менəн Ҡораллы Көстəрҙə яңы идара системаһы мəсьəлəһенə арналған кəңəшмə үткəрҙе. Ядро ҡоралы менəн идара итеү стратегик бурыс булараҡ ҡаралды. Путин белдереүенсə, һуңғы ваҡытта ядро ҡоралы системаһының идара элементтары юғары кимəлдə ҡаралһын өсөн күп нəмə эшлəнде. Һүҙ идара пункттары тураһында. Бөтə нəмə иң заманса булырға тейеш, ти беҙҙең етəкселек. Шул уҡ ваҡытта ябай һəм ышаныслы ла: тап Калашников автоматы кеүек. - Өс нəмəгə айырыуса иғтибар итергə кəрəк: беренсенəн, идара итеү системаһы оҙаҡҡа сыҙаһын. Сөнки хəрби шарттарҙа күп нəмə уларҙы эш торошонда тотоуға бəйле. Йəғни, беҙгə абсолют һаҡланған идара пункты талап ителə. Əйтеүҙəренсə, ул эш тамамланып килə. Икенсенəн, идара системаларының һəр компоненты һөҙөмтəле эшлəргə тейеш. Өсөнсөнəн, ядро көстəре менəн идара итеү системаһы өҫтөндə эште туҡтатмаҫҡа. Бөгөн улар ни тиклем генə заманса булһа ла, иртəгə һəм иртəнəн һуңға нимə буласағын күҙалларға тейешбеҙ, - тип һөйлəне ил Президенты. Бик етди нəмəлəр бит был. Хатта, əллə һуғышҡа əҙерлек барамы икəн, тип тə уйлап ҡуяһың. Донъя хəлен белеп булмай, тигəн ишараны гел əйтеп торалар шул...
Фото: Кремлин.ру Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: