+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ноябрь 2020, 13:02
2021 йылдың 1 ғинуарынан республикала балалар баҡсаһы өсөн түләү арта
Республика Мәғариф министрлығының тейешле бойороғо 12 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
2021 йылдың 1 ғинуарынан балалар баҡсаһы өсөн ата-әсә түләүе айына уртаса 1749,16 һумға тиклем арта. Республика Мәғариф министрлығының тейешле бойороғо 12 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында
баҫылған
.
«Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан дәүләт һәм муниципаль белем биреү ойошмаларында балаларҙы ҡараған өсөн ата-әсә түләүен айына уртаса 1749,16 һум күләмендә билдәләргә»,— тиелә документта.
2020 йылдың ғинуарынан республиканың мәктәпкәсә учреждениеларында балаларҙы тәрбиәләгән өсөн ата-әсә түләүенең уртаса күләме 1677 кимәлендә билдәләнде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ата-әсәләрҙең балалар баҡсаһы өсөн түләүгә компенсация алырға хоҡуғы бар. Әйтәйек, баҡсаға бер генә бала йөрөй икән, компенсация күләме түләнгән сумманан 20 процент була. Ике бала йөрөһә, 50 процент; өс һәм унан күберәк балалар — 70 процент.
https://
www.bashinform.ru/news/1520798-s-1-yanvarya-2021-goda-v-bashkirii-povysitsya-roditelskaya-plata-za-detsad/
Читайте нас: