+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ноябрь 2020, 13:11

Был аҙнала республикала

16-21 ноябрҙә Башҡортостанда ғилми-ғәмәли конференциялар, "Ҡашмау әҙерләү" оҫталыҡ дәресе һәм башҡа ҡыҙыҡлы фәнни һәм мәҙәни саралар ҡаралған. Уларҙың теҙмәһе менән беҙҙең сайтта танышырға мөмкин.

  1. 11 - Сибай ҡалаһы. "Ҡашмау әҙерләү" оҫталыҡ дәресе. Ойоштороусыһы - Сибай ҡалаһының Мәҙәниәт бүлеге.
  2. 18.11 - Бөрө зонаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының онлайн-конференцияһы. Бөрө ҡалаһы, Бөрө районы, Асҡын, Балтасы, Благовещен, Борай, Ҡариҙел, Мишкә райондары уҡытыусылары ҡатнаша. Ойоштороусыһы - Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы.
    19.11 - Сосланбәк Тавасиевтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған Төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция. Ойоштороусыһы - Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы.
    19.11 - Дүртөйлөлә "Минең тыуған ерем. Минең ауылым. Минең тарихым" ғилми-ғәмәли онлайн-конференцияһы уҙғарыла. Башҡортостандың Милли музейы ойоштора.
    20.11 - Милли китапханала - "Кәрим Хәкимовтың тере китабы" проекты буйынса комикс презентацияһы. Сара онлайн форматта үтәсәк.
    21.11 - Башҡортостан Республикаһында Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көндәре. Сара онлайн форматта Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто тарафынан ойошторола.
    Фото: Рinterest.ru
    Читайте нас: