Рəсəй Президенты ҡул ҡуйған документта яҙылғанса, былойошманың төп эш йүнəлештəренең береһе - 2025 йылғатиклем илдең Дəүлəт милли сəйəсəте стратегияһынғəмəлгə ашырыуҙа ҡатнашыу.
Путин “Рəсəй халыҡтары ассамблеяһы” Бөтə Рəсəйижтимағи-дəүлəт ойошмаһы булдырыу тураһында указсығарҙы. Ассамблея булдырыуҙың төп маҡсаты – дөйөм Рəсəйгражданлыҡ үҙбилдəлəнешен һəм миллəт-ара татыулыҡтынығытыу.
Ассамблеяның Советы, Президиумы була. Үрҙə телгə алған Стратегияны ғəмəлгə ашырыуҙа ҡатнашыуҙан тыш, былойошма илдə этномəҙəни һəм телдəр күптөрлөлөгөнһаҡлауға, əҙ һанлы аҫаба халыҡтарҙың хоҡуҡтарын үтəүгə,миллəт-ара мөнəсəбəттəрҙе яйға һалыу мəсьəлəлəренəбулышлыҡ итергə тейеш.
Һəм, əлбиттə, миллəт-ара, дин-ара конфликттарҙы,экстремизмды иҫкəртеү ҙə, сит илдəге ватандаштарыбыҙғаярҙам күрһəтеү ҙə – уның бурыстары иҫəбендə.
Ассамблея Мəскəүҙə урынлаша. Килəсəктə уға ҡаҙнанансубсидиялар бүлеү ҙə ҡарала.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова