Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороу буйынса яңы антирекорд ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Бер тәүлектә сирлеләр 121-гә артып, 12 565-кә етте.
Бынан тыш, республикала COVID-19-ҙан сираттағы, 69-сы лем осрағы теркәлде.
Ведомство мәғлүмәте буйынса, коронавирус инфекцияһының яңы ҡорбаны – Өфөнән йөрәктең ишемия ауырыуынан, йөрәк хәлһеҙлегенән һәм атеросклероздан яфаланған 73 йәшлек ир.
Хәҙерге ваҡытта республика стационарҙарында диагнозы раҫланған 317 пациент дауалана, уларҙың 32-һе – ауыр хәлдә.
Амбулатор шарттарҙа – 1025 кеше.
Уҙған тәүлектә – 44, пандемия иғлан ителгәндән бирле бөтәһе 11154 кеше дауаханан сығарылған, тип өҫтәнеләр ведомствола.