+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ноябрь 2020, 13:03

Башҡортостанда - Мәскәү башҡорттары мәҙәниәте көнө

21 ноябрҙә Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көнө уҙғарыла. Сара онлайн форматта үтә. Уның программаһы менән Мәскәү башҡорттары ҡоролтайының рәйесе Салауат Әхмәҙуллин таныштыра.

21 ноябрҙә Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көнө уҙғарыла. Сара онлайн форматта үтә.
Программа өс өлөштән тора.
Уның тәүгеһе Башҡорт теле йылына арнала. «Башҡорт теле мегаполиста: тенденциялар һәм перспективалар» түңәрәк өҫтәлендә рәсми кешеләр һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ғалимдар ҡатнаша. Ҡатнашыусылар алдында Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Андрей Федоров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов, Дәүләт Думаһы депутаты Инга Йомашева, Мәскәү башҡорттары ҡоролтайына нигеҙ һалыусы һәм тәүге рәйесе Рәйсә Сырлыбаева һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ.
Был көндә, шулай уҡ, башҡорт халҡы мәҙәниәте һәм йәмәғәт тормошона тос өлөш индергән әүҙемселәр тәбрикләнәсәк, милли кейем, тирмә алыу өсөн сертификаттар тапшырыласаҡ. Сараларҙың тәүге өлөшө Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе ҡоролтайына штандарт тапшырыу менән тамамлана.
Икенсе өлөштә зум-сессия үткәреү ҡаралған- был Мәскәү башҡорттары тарафынан ойошторолған ҡыҫҡа ғына лекциялар. Спикерҙар араһында — М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институты өлкән уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Ләйсән Әхмәҙуллина, билдәле скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков һәм башҡа шәхестәр.
Мәҙәниәт көндәренең өсөнсө өлөшөндә- үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары концерты трансляцияһы. Һәүәҫкәр артистарҙың сығышын Мәскәү башҡорттары ҡоролтайының ютуб каналында ҡарарға мөмкин.
Мәскәү башҡорттары ҡоролтайының рәйесе Салауат Әхмәҙуллин ойошманың проекттары тураһында һөйләне.
"Мәскәүҙәге этномәҙәни лингвистик клуб Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын отто. Балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә башҡорт телен өйрәтеү грант ярҙамында күпкә еңелерәк тура килә. Беҙ киң таралған педагогика методикаларын һәм башҡорт традицион алымдарын берләштергән программа уйлап таптыҡ. Ул тел һәм мәҙәниәт мөхитенә мауыҡтырғыс һәм еңел сумырға мөмкинлек бирә. Балалар дәрестә туған телендә аралаша, өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәнә, башҡорт халҡының мәҙәниәте менән таныша, уйындар уйнай, йырлай, бейей, шиғырҙар ятлай. Методик ҡулланма сығарҙыҡ, уның менән башҡа төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә файҙалана ала. Әсбап ике өлөштән тора, беренсеһе- уҡытыусыларға методик күрһәтмәләр, икенсеһе- эш дәфтәре",— ти Салауат Әхмәҙуллин.
Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы башҡорт телен үҫтереү һәм уны өйрәтеүҙе маҡсат итеп алған. Әле активистар сайт өҫтөндә эшләй.
"Был порталда башҡорт телен өйрәтеү, уҡытыуҙағы беҙҙең бар тәжрибәбеҙ тупланасаҡ. Башҡалар ҙа ҡарап өйрәнә алһын өсөн файҙалы видеояҙмалар һаласаҡбыҙ. Бынан тыш, Башҡорт китапханаһы ойошторабыҙ. Ул ҡоролтай кабинетында урын аласаҡ. Әлеге мәлдә грант аҡсаһына китаптар, йыһаздар алабыҙ" - ти Салауат Әхмәҙуллин.
Читайте нас: