-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ноябрь 2020, 12:39

Владимир Путин: Ғаилəлə бер иҫəр була шул...

Рəсəй Президенты БРИКС саммитында ҡатнашты. Биш яҡлы хеҙмəттəшлекте күҙ уңында тотҡан ойошманың был сираттағы сараһы видеобəйлəнеш аша уҙҙы.

Рəсəй Президенты БРИКС саммитында ҡатнашты. Биш яҡлы хеҙмəттəшлекте күҙ уңында тотҡан ойошманың был сираттағы сараһы видеобəйлəнеш аша уҙҙы.
Унда беҙҙең ил башлығы менəн Бразилия Президенты Жаир Болсонаро, Һиндостандың Премьер-министры Нарендра Моди, Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рəйесе Си Цзиньпин һəм Көньяҡ Африка Республикаһы Президенты Сирил Рамафоза фекер алышты.
Төрлө темаға туҡталдылар. Беҙҙең хеҙмəттəшлек күп йүнəлештə бара. Быйыл Рəсəй рəйеслегендə 130 сара үткəн.
- Глобаль хəүефһеҙлек ҡатмарлы ҡала. Халыҡ-ара террор, наркотрафик, кибер енəйəт һаман да беҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуя, - тине Владимир Путин.
Һиндостан Премьер-министры Нарендра Моди үҙ сығышында билдəлəүенсə, һинд мəҙəниəтендə бөтə донъя бер ғаилə кеүек һанала, шуға ла был дəүлəт күп яҡлы ҡарашты хуплай.
Уға яуап итеп, Рəсəй Президенты былай тине: - Вы сказали, что в индийской культуре весь мир является одной семьей. Это фундаментальная, базовая вещь, на которую мы в принципе все должны равняться, безусловно. Но в то же время указали и на угрозы, с которыми мы сталкиваемся, в том числе терроризм, который, как Вы сказали, является самой острой проблемой сегодняшнего дня. В этой связи не могу не вспомнить русскую поговорку: в семье не без урода. К сожалению, есть люди, которые вырываются из общего контекста и пытаются навязать свою собственную повестку дня...
Шулай инде, ни хəл итəһең, һəр ғаилəнең үҙ иҫəре була шул. Əйткəндəй, беҙҙең Президент əсе генə телле ул)))
Фото: Кремлин.ру. Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в