+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ноябрь 2020, 12:45

"Йәшлек-шоу"ҙың һайлап алыу туры баш ҡалала үтте

17 ноябрҙә "Йәшлек-шоу - 2020. Перезагрузка" Бөтә Рәсәй фестиваленең сираттағы һайлап алыу туры үтте. Шулай уҡ кисә баш ҡалала сентябрь-октябрь айҙарында Башҡортостан райондарында уҙғарылған һайлап алыу турҙарында еңеүселәр йыйылды.

17 ноябрҙә "Йәшлек-шоу - 2020. Перезагрузка" Бөтә Рәсәй фестиваленең сираттағы һайлап алыу туры үтте.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса түбәндәге ҡатнашыусылар еңеүсе тип табылды:
1-се урын – Эльвира Басырова
2-се урын – Алиса Йомағәлиева
3-сө урын – Камила Мөхәмәҙина.
Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр, ә тәүге өс урынға лайыҡ булыусыларға 5 меңдән алып 10 мең һумға тиклем сертификаттар тапшырылды.
Шулай уҡ кисә баш ҡалала сентябрь-октябрь айҙарында Башҡортостан райондарында уҙғарылған һайлап алыу турҙарында еңеүселәр йыйылды.
Нобярь аҙағында 16 иң яҡшы башҡарыусы "Йәшлек-шоу - 2020" фестиваленең телевизион форматында ҡатнашасаҡ. Эфирға ул декабрь айында сығарыласаҡ һәм телевизор ҡараусылар үҙҙәренә оҡшаған башҡарыусы өсөн тауыш бирә ала. Телевизион конкурста еңеүселәрҙең исемдәре иһә Яңы йыл алдынан тура эфирҙа яңғыраясаҡ.
"Йәшлек-шоу - 2020. Перезагрузка" музыкаль фестиваленең гран-приһына эйә булыусыға 300 мең һумлыҡ сертифкат тапшырыласаҡ.
Фото: https://vk.com/rcntufa
Читайте нас: