+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ноябрь 2020, 12:53

Владимир Путин медицина хеҙмəткəрҙəренə яңыса түлəү тураһында һөйлəне

Рəсəй Президенты белдереүенсə, илдə коронавирус буйынса хəл еңел түгел, əммə контроллəнə. Путин кисə РФ Хөкүмəте ағзалары менəн ултырыш үткəргəндə ошо темаға һөйлəште.

Рəсəй Президенты белдереүенсə, илдə коронавирус буйынса хəл еңел түгел, əммə контроллəнə. Путин кисə РФ Хөкүмəте ағзалары менəн ултырыш үткəргəндə ошо темаға һөйлəште. Əйтеүҙəренсə, медицина хеҙмəткəрҙəренə эш арта... - Шуға ла, - тине Президент, - ноябрь айынан табиптарға һəм медэшселəргə түлəү форматы үҙгəрəсəк. Аҡса сменаға ҡарап түлəнə, медиктың коронавирус сирлелəр менəн эшлəүенəн иҫəплəнəсəк. Хөкүмəт медицина тармағы берлəшмəһе менəн ошолай килешкəн. Төбəктəргə лə өҫтəмə аҡса йүнəлтеү мөмкинлеге ҡарала. Əле дауаханаларҙа студенттар ҙа эшлəй. Ауыр сирлелəргə ярҙам итеүселəргə лə түлəү буласаҡ. Вуз студенттарына, аспиранттарына - 10 мең, колледж уҡыусыларына ете мең һум аҡса түлəнəсəк. - Бөгөн граждандар менəн асыҡ һəм дөрөҫ һөйлəшеү мөһим. Ҡабул ителгəн ҡарарҙарҙы уларға профессиональ, грамоталы, ентекле һəм аңлайышлы итеп еткерегеҙ, - тине Владимир Путин.
Фото: Кремлин.ру Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: