-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ноябрь 2020, 16:31

“Йәшлек шоу – 2020. Перезагрузка” Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленең финалистары билдәле

Өс ай буйы Рәсәй буйлап уҙғарылған кастингтарҙан һуң, ниһайәт, баш ҡалабыҙҙа “Йәшлек шоу”ҙың беренсе турын уңышлы үтеүселәр йыйылды.

Өс ай буйы Рәсәй буйлап уҙғарылған кастингтарҙан һуң, ниһайәт, баш ҡалабыҙҙа “Йәшлек шоу”ҙың беренсе турын уңышлы үтеүселәр йыйылды. Фестивалдең икенсе туры “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында ойошторолдо. Унда Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе, Ырымбур, Һамар, Ҡазан, Пермь, Һарытау, Ҡурған һәм республикабыҙҙың ҡалаларынан, райондарынан башҡарыусылар саҡырылғайны.
17-18 ноябрҙә баһалама комиссияһы 53 ярымфиналға үтеүсене тыңлап ҡараны (әйткәндәй, конкурсҡа бөтәһе 194 заявка килгәйне). Шуларҙың 24-е финалда ҡатнашасаҡ. Бына улар: Салауат районынан Наҙгөл Отузова, Ҡырмыҫҡалы районынан Ришат Рәхимов, Ырымбурҙан Илдар Абдуллин, Өфөнән Алиса Йомағәлиева, Зөбәйҙә Ҡоломбәтова һәм Эльвира Басирова, Балтасы районынан Камила Усманова, Йылайыр районынан Айтуған Айытҡолов, Баймаҡтан Елизавета Овчинникова, Ҡурғандан Диана Ишкилдина, Октябрьскийҙан Элина Хәкимова, Туймазынан Ләйсән Сәйетова, Учалынан Әлфиә Ниғмәтуллина, Санкт-Петербургтан Арыҫлан Иҙрисов, Силәбе өлкәһенән Мәрйәм Хәлимова, Һамарҙан Дания Садиҡова, Мәскәүҙән Лия Мөхәммәтова, Азалия Ғәйнетдинова һәм Алтынай Заһитова, Ҡаҙандан Zakaria folk group төркөмө, Мәсетле районынан Александр Васин, Благовещендан Ильяс Батыргәрәев, Ишембай ҡалаһынан Ильяс Кинйәғолов менән Рәфис Ишбаев.
Финалға уҙыусыларҙың сығыштарын Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков, проекттың продюсеры Рөстәм Ғиззәтуллин, йырсы Рәил Өмөтбаев, йырсы, модель Анжелика Якусева, йырсылар Ольга Филиппова, Ябай малай (Йәмил Баймырҙин), Айрат Мусин һәм продюсер, композитор Риф Арыҫлан баһаланы.
Финалға сығыусыларҙы билдәләгәндән һуң бөтөн ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрелде. Zainetdin этно-проекты уларға үҙҙәрен артист булараҡ социаль селтәрҙәрҙе алып барыу серҙәренә төшөндөрһә, Ольга Филиппова халыҡ-ара кимәлдәге йыр конкурстарында сығыш яһау серҙәре менән бүлеште. Проекттың продюсеры Рөстәм Ғиззәтуллин продюсер менән уңышлы эшләү этаптары тураһында аңлатты, ә “Танцы на ТНТ” проекты ҡатнашыусыһы Тимур Чугаев иһә ҡатнашыусыларҙың йырҙарына килешле хореографиялар һалыу өҫтөндә эшләне.
Икенсе турҙы уңышлы үтеүселәр әлеге ваҡытта финалға әҙерләнә. Репетициялар, съемкалар, йырҙар яҙҙырыу, бейеү номерҙарын ҡуйыу, образдар өҫтөндә эшләү – конкурсанттарҙың эштәре байтаҡ.
“Йәшлек шоу – 2020” фестивале гала-концерт менән тамамланасаҡ һәм ул БСТ телеканалында тура эфирҙа күрһәтеләсәк.
Фото: ойоштороу комитеты.
Читайте нас в