+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ноябрь 2020, 19:41

Башҡортостанда COVID-19 йоҡторған 36 кеше – ауыр хәлдә, 12 пациент – үпкәне яһалма елләтеү аппаратында

Башҡортостанда тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороуҙың 124 осрағы асыҡланды.

Башҡортостанда тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороуҙың 124 осрағы асыҡланды. Бер тәүлектә дауахананан тыш пневмония осраҡтары һаны – 394. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 20 ноябргә мәғлүмәттәре буйынса, сирлеләрҙең дөйөм һаны 12933-кә етте.
Әлеге ваҡытта 368 кеше стационарҙа дауалана. Уларҙың 36-һы – ауыр хәлдә, 12 пациент – үпкәне яһалма елләтеү аппаратында.
COVID-19-ҙан ик яңы үлем осрағы теркәлде. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, мәрхүмдәрҙең дөйөм һаны – 73 кеше.
Сирлеләрҙең күпселеге, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы статистикаһына ярашлы, Өфө, Салауат, Нефтекама ҡалаларына, Туймазы һәм Бәләбәй райондарына тура килә. Республикала 1166 кеше амбулатор дауалана.
Бер тәүлектә — 51, бөтәһе 11326 кеше дауахананан сығарылды. Пневмониянан дауаланып сыҡҡан пациенттар — 391.
Бөтәһе 1590022 тикшереү үткәрелгән, 1538219 кеше тикшерелгән. Бер тәүлектә 11473 тикшереү уҙғарылған, 11135 кеше тикшерелгән.
Рәзил Бикбулатов фотоһы
Читайте нас: