+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ноябрь 2020, 12:15

Биләндәр тешен дауаланы

Бер аҙна дауамында республика стоматология поликлиникаһы белгестәре бригадаһы Балаҡатай районының Билән ауылында халыҡты ҡабул итте.

Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы әүҙем эш алып барыла.
Бер аҙна дауамында республика стоматология поликлиникаһы белгестәре бригадаһы Балаҡатай районының Билән ауылында халыҡты ҡабул итте. 109 кеше бушлай медицина ярҙамы алды.
Әйткәндәй, стоматология кабинеты “ПАЗ” автобусы салонында урынлашҡан һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Пациенттарға терапия, хирургия ярҙамы күрһәтелә, рентгенологик тикшеренеү һәм ауыҙ ҡыуышлығындағы яман шешкә диагностика үткәрелә.
Мәғлүм булыуынса, республикала күсмә стоматология комплексы 2018 йылдан эшләй. Ошо ваҡыт эсендә ул 40-ҡа яҡын сәфәр ҡылған, биш меңдән ашыу кешегә ярҙам күрһәткән.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: