-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ноябрь 2020, 13:04

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Мисс Өфө — 2020» билдәләнде

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Мисс Өфө — 2020» исемен һәм төп бүләкте 20 йәшлек Илүзә Иҫәндәүләтова яуланы.

Өфөлә «Мисс Өфө — 2020» матурлыҡ конкурсы тамамланды. Унда бөтәһе 12 һылыуҡай ҡатнашты.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Мисс Өфө — 2020» исемен һәм төп бүләкте 20 йәшлек Илүзә Иҫәндәүләтова яуланы. Ул Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының III курсында уҡый. Заманса бейеүҙәр, керамика, һүрәт төшөрөү һәм моделинг менән мауыға, шулай уҡ саңғыла шыуырға һәм баскетбол уйнарға ярата.
«1-се вице-Мисс Өфө» исемен Карина Селиванова алды, «2-се вице-Мисс Өфө» — Юлия Казакова, «3-сө вице-Мисс Өфө» — Альбина Абдуллина, «4-се вице-Мисс Өфө» — Диана Билалова.
«Йәш Өфө һылыуҡайы» һәм «Тамашасылар һөйөүе» исемен Аделина Сәлимова яуланы.
Читайте нас в