+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ноябрь 2020, 14:51

Ҡобағошта яңы ФАП ишектәрен асты

Учалы районында 7 модулле фельдшер-акушер пункты төҙөлдө. Яңы медицина учреждениелары Вознесенка, Ҡалҡан, Илтабан, Ҡоҙаш, Наурыҙ, Ғәлиәхмәр, Ҡобағош ауылдарында барлыҡҡа килде.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, быйыл Учалы районында 7 модулле фельдшер-акушер пункты төҙөлдө. Яңы медицина учреждениелары Вознесенка, Ҡалҡан, Илтабан, Ҡоҙаш, Наурыҙ, Ғәлиәхмәр, Ҡобағош ауылдарында барлыҡҡа килде.
Ошо көндәрҙә Ҡобағош ауылында яңы ФАП-ты асыу тантанаһы үтте. Бында Ҡобағош ауылында йәшәгән 400 кеше, шул иҫәптән 94 бала хеҙмәтләндереләсәк. Бинаға һыу үткәрелгән. Медицина пункты электр энергияһы менән йылытыласаҡ. 100 квадрат метрға тиң майҙанда пациенттарҙы ҡабул итеү, спирометр, дефибриллятор, ЭКГ аппараты һәм башҡа ҡорамалдар менән йыһазландырылған процедура, ҡарау һәм балалар кабинеттары урынлашҡан.
Пациенттарҙы 22 йыл халыҡ һаулығы һағында торған юғары категориялы фельдшер-акушер Алһыу Фазлетдинова ҡабул итәсәк.
Яңы ФАП-та беренсе медицина ярҙамы күрһәтеләсәк, вакцинация һәм профилактик эштәр алып барыласаҡ. Терапевт, педиатр һәм тар белгестәр графикка ярашлы күсмә ҡабул итеүҙәр ойошторасаҡ.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: