+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ноябрь 2020, 13:23

#Аманатҡаяҙылыуэстафетаһы

Тереһыу шишмәһенең юлы ҡайҙа тиһегеҙме? Уны Урал атлы егет белә... (дауамы - сайтта!)

Мин дә, Ейәнсура районы Иҫәнғол Башҡорт гимназия—​интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Клара Мырҙағәле ҡыҙы Дәүләтбаева,​ «Аманат» журналына яҙылып, уны бүләк итеү эстафетаһына ҙур теләк менән ҡушылдым.Сөнки матди байлыҡтан рухи байлыҡ юғарыраҡ. Киләсәк быуыныбыҙ ныҡлы нигеҙ менән үҫһен! Нигеҙебеҙ ныҡ булһа, күңелебеҙ ҙә тыныс булыр! Рухи бүләгемде гел «бишле»гә генә уҡыған Өфө районы Миловка мәктәбенең 2—​се синыф уҡыусыһы Хәлитов Урал атлы егеткә иң изге теләктәр менән​ тапшырам. Урал,Тереһыу шишмәһен эҙләп​ табып, халҡыбыҙға мәңгелек тыныслыҡ, һаулыҡ, бәхет тамсыһы һипһен! Ә Тереһыу шишмәһенең юлы —​ тик​ «Аманат» журналында!
Читайте нас: