+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ноябрь 2020, 13:31

"Аманат"тың йәш хәбәрселәре - 2020

"Аманат" менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеүҙәре, бик йыш яҙышып, беҙҙең конкурстарыбыҙҙа ҡатнашып торғандары өсөн "Аманат"тың йәш хәбәрсеһе исеменә быйыл түбәндәге ҡыҙҙар лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!

"Аманат" менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеүҙәре, бик йыш яҙышып, беҙҙең конкурстарыбыҙҙа ҡатнашып торғандары өсөн "Аманат"тың йәш хәбәрсеһе исеменә быйыл түбәндәге ҡыҙҙар лайыҡ булды:
Бөрйән районы Байназар мәктәбе уҡыусыһы Илүзә Айытбаева;
Бөрйән районы Мәһәҙей мәктәбе уҡыусыһы Рәсилә Ғарифуллина;
Йылайыр районы Шәйехзада Бабич исемендәге Йылайыр Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Зарема Таһирова;
Ейәнсура районы Иҫәнғол Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Вәсилә Хәкимова.
Афарин, ҡыҙҙар! Танытмаларығыҙҙы ҡулығыҙға алып, артабан илһамланып ижад итергә яҙһын! Гел шулай әүҙем булығыҙ!
Читайте нас: