+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ноябрь 2020, 11:58

Беҙҙең “икенсе икмәк”кә ситтә лә ихтыяж ҙур

Быйыл сентябрь-ноябрь айҙарында республикалағы ауыл хужалығы предприятиелары сит ил баҙарҙарына 1,8 мең тонна картуф оҙатты.

Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән әүҙем эш алып барыла. Быйыл сентябрь-ноябрь айҙарында республикалағы ауыл хужалығы предприятиелары сит ил баҙарҙарына 1,8 мең тонна картуф оҙатты. “Икенсе икмәк”тең иң ҙур күләме Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға һәм Төркмәнстанға ебәрелде. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә лә бер мең тоннанан ашыу картуф сығарылған. Краснодар крайында, Ханты-Манси автономиялы округында һәм күрше Татарстанда Башҡортостан картуфына ихтыяж айырыуса ҙур.
“Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан референт үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, тикшерелгән продукция хәүефһеҙ һәм Таможня союзының фитосанитария талаптарына яуап бирә, тип танылды.
Республикалағы агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты 1 ноябргә ҡарата 116 миллион доллар тәшкил иткән. Күрһәткес былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 40 миллион долларға артҡан.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Рәзил Бикбулатов
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: