Айнур Асҡаровтың "Өс таған" фильмы "Әҙәбиәт һәм кино" Гатчин кинофестивалендә гран-приға һәм "Оригиналь музыка" өсөн махсус дипломға лайыҡ булды.
"Был фильм - бөтәһе өсөн дә. Уны олоһо ла ,кесеһе лә ҡарай ала. Хатта, уны мотлаҡ ҡарарға кәрәкле кинолар араһына индерер инем", - ти жюри ағзаһы Галина Бокашевская.
"Өс таған"ды премьера алдынан күрһәтеү былтыр, Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған саралар сиктәрендә булғайны.
Фильмдың режиссеры - Айнур Асҡаров, композиторы - Камил Абдуллин, ә сценарийҙы Айҙар Аҡманов, Мәғәфүр Тимербулатов, Дамир Йосопов яҙған.
Был кинола дүрт үҫмерҙең - Ғабдулла (Илдар Бикҡолов), Айҙар (Руслан Ҡаҙаев), Вәзир (Арыҫлан Вәлиев) һәм Яҡуптың (Ильяс Кинйәбулатов) мажаралары һүрәтләнгән.
Фото Айнур Асҡаровтың "Бәйләнештә" сайтындағы сәхифәһенән алынды.