-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ноябрь 2020, 15:07

Ырымбур өлкәһендә - башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре бара

Күрше өлкәнең Һарыҡташ һәм Ҡыуандыҡ райондарында уҙғарылған осрашыуҙарҙың төп темаһы башҡорт телен өйрәнеүгә ҡайтып ҡалды.

Кисә Һарыҡташ районының Һунарсы ауылында башҡорт йәмәғәтселеге менән осрашыу уҙҙы. Башҡортостандан унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, ҡоролтайҙың баш белгесе, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, Башҡортостандың Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Мәғариф һәм фән министрлығының бүлек етәксеһе Илдус Ҡаһарманов барҙы.
Һунарсы ауылы мәктәбендә 1-се синыфтан башҡорт теле уҡытыу ҡаралған, әммә халыҡ әйтеүе буйынса бында дәрестәрҙең һаны етмәй. "Беҙҙең ауыл советына өс башҡорт ауылы ҡарай: Һунарсы, Рыҫҡол һәм Һултанбай утары. Беҙҙең мәктәптә 24 бала ғына уҡыһа ла, бөтәһе лә башҡортса уҡыйҙар. Ата-әсәләрҙең башҡорт теле дәрестәренә ҡаршылыҡтары юҡ. Әммә сәғәттәр әҙ бирелә, тигән фекерҙәр ҙә юҡ түгел. Беҙҙең уҡыусылар муниципаль һәм өлкә олимпиадаларында еңеп, призлы урындар яулап килә. «Истоки» төбәк этно-фестивалендә беҙҙең балалар йыл һайын башҡорт милли йолаларын ҡатнашып, маҡтауҙарға лайыҡ була. Ҡарға бутҡаһы, исем туйы, ҡуҙғалаҡ байрамы, талҡан тәмләү, ҡайын суҡлау, ҡар һыуына барыу кеүек милли йолаларҙы үҫмерҙәр ҙә эстән күреп белде, өлкә халҡын да таныштырҙы. 2018 йылда районыбыҙ Милли йырҙар фестивале эстафетаһын ҡабул итте, бында ла беҙҙең ауыл башҡорт сәнғәтен күрһәтеп әүҙем ҡатнашты",— тип белдерҙе Һунарсы ауылы мәктәбе директоры Зөлфиә Бикбова.
Туған телде өйрәнеү мәсьәләһе Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районында ла күҙәтелә. Өлкәлә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә үткән “Ырымбур башҡорттары тарихы, теле һәм мәҙәниәте” түңәрәк өҫтәле онлайн форматта бөгөн үтә. Ҡуандыҡ районының 10 мәктәбендә 249 бала башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнә, әммә уларҙың һаны йылдан-йыл кәмей. Ә мәктәпкә тиклем белем биреү учреждениеларында 52 бала туған тел төркөмдәрендә шөғөлләнә.
Башҡорт теле һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә булған осрашуҙар күрһәтеүенсә, Һарыҡташ һәм Ҡыуандыҡ райондарында башҡорт йәмәғәтселеген дәрестәр сәғәттәренең ҡыҫҡарыуы ла борсой. Башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә аҙнаһына яртышар сәғәт ваҡыт бүленгән, ә федераль стандарттарға ярашлы, туған тел аҙнаһына өс сәғәт уҡытыла ала", - ти Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнышыусылар Ырымбур өлкәһендә булған башҡорт телен уҡытыу буйынса бер нисә ыңғай башланғысты ла телгә алып китте. Ул Башҡорт теле буйынса Төбәк-ара олимпиадаһының өлкә этабы, башҡа йүнәлештәге уҡытыусыларының квалификация арттырыу курстары. Быйыл ошондай курста Ырымбур өлкәһенән 4 педагог башҡорт теле уҡытыусыһы компетенцияһына эйә булды, киләһе йылда йәнә 9 уытыусының был куртсарҙы үтеүе көтөлә. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы сит төбәктәрҙәге башҡорт телен уҡытыу үҙәктәрен һәм ойошмаларын тәъмин итеү программаһын алып бара. Уның сиктәрендә Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы Һунарсы ауылы мәктәбенә һәм Ҡыуандыҡ ҡалаһының Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто нигеҙендә эшләгән башҡорт теле һәм мәҙәниәте түңәрәгенә уҡыу әсбаптары һәм күрһәтмә материалдар тапшырыласаҡ.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы
Читайте нас: