+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ноябрь 2020, 15:26

Әсәйҙәрҙе ҡотлайбыҙ!

29 ноябрь - Әсә көнө!Донъялағы барлыҡ әсәйҙәрҙе байрам уңайынан ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, ғаилә именлеге теләйбеҙ!

ӘСӘ КҮҢЕЛЕ

Әсә күңеле - тәрән диңгеҙ, тиҙәр,
Шикләнмәйем, ысын, шулай бит.
Ул күңелгә күпме шатлыҡ һыйһа,
Ҡайғылар ҙа бик күп һыя бит.

Ауырлыҡтың барын онота ул
Балаһының бәхете хаҡына,
Тик балалар әсәй күңелдәрен
Аңлай алмай ҡала йыш ҡына.

Мәшәҡәтһеҙ-ниһеҙ ҙурайғандай,
Үҫеп алғас, ҡайһы балалар,
Әсәйҙәргә ауыр һүҙҙәр әйтеп,
Уңалмаҫлыҡ яра һалалар.

Әсә күңеле тәрән, киң дә, тиҙәр,
Кисерер ул, бәлки, балаһын.
Һаман өҙөлөр ул, "балам", тиеп,
Һыҙлаһа ла йөрәк яраһы.

Кәтибә Кинйәбулатова
Читайте нас: