-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ноябрь 2020, 13:45

Проект төҙөргә, грант юлларға өйрәтәләр

"Мәғариф" милли проектының "Социаль әүҙемлек" федераль проекты сиктәрендә 12 декабрҙә Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ярҙамы менән Йәштәр сәйәсәте лигаһы социаль проектлау буйынса онлайн форум-семинар үткәрә.

"Проект трамплины" тип аталған был семинар йәштәр өсөн файҙалы мәғлүмәт сығанағы булмаҡсы. Нисек итеп үҙеңдең проектыңды булдырырға, уны яҡларға, төбәк һәм федераль кимәлдә грант юлларға, 2021 йылда был йәһәттән ниндәй яңылыҡтар буласаҡ - был темалар көнүҙәк булып торасаҡ. Тәү башлап был эшкә тотоноусылар, тәжрибәһе булғандар һәм эксперт кимәлендә проектлаусылар өсөн өс төрлө майҙансыҡ булдырыласаҡ.
Форумда ҡатнашыусыларға сертификаттар, сувенирҙар һәм ойоштороусыларҙан төрлө бүләктәр ебәреләсәк.
Сараға һылтанма: https://forms.gle/UNYPjWN7nFrodkqe6
Читайте нас в