Видеояҙмала һеҙгә башҡорт теле тураһында берәй күңелегеҙгә ятҡан, йәки үҙегеҙ уйлап сығарған шиғырҙы яттан һөйләргә кәрәк буласаҡ. Әгәр ҙә фонға матур көй ҙә ҡуйып ебәрһәгеҙ – бигерәк тә хуп!
Шиғыр башҡорт телендә булырға тейеш; Әгәр ҙә үҙегеҙҙе кадрға төшөрөргә теләмәһәгеҙ, шиғыр һөйләгән ваҡытта фонға күркәм фотоларҙан видеопрезентация ҡуйырға мөмкин; Шиғырҙың авторын әйтеп үтергә, йәки видеола титр формаһында яҙып бирергә кәрәк. Видеояҙмаларҙы ҮҘЕГЕҘҘЕҢ сәхифәгеҙҙә аҫтағы хештегтар менән ҡуйырға. Сәхифәның асыҡ булыуы мотлаҡ! Пост ҡуйғанда @amanatrb ("Аманат" балалар журналы)н билдәләргә һәм #аманатконкурсы #туғантелконкурсы #аманатжурналы #БашҡортТеле2020 #Баштел2020 тигән 5 тегты күрһәтергә кәрәк буласаҡ. Видеояҙмалар горизонталь ориентацияла булырға тейеш һәм шиғыр ятлаусының тауышы асыҡ ишетелеүе шарт.
Конкурсҡа йомғаҡ 15 декабрҙә яһаласаҡ. Еңеүселәр “Аманат” журналының Маҡтау билдәләре менән бүләкләнәсәк.