+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Декабрь 2020, 18:25

Талиптар ҙа башҡорт теленән олмпиадала ҡатнашты

Башҡорт теле көнө уңайынан 25-27 ноябрҙә Башҡортостандың һөнәри белем биреү учреждениелары араһында олимпиада үтте.

Башҡорт теле көнө уңайынан 25-27 ноябрҙә Башҡортостандың һөнәри белем биреү учреждениелары араһында олимпиада үтте.
Олимпиада ике йүнәлеш буйынса ойошторолдо: башҡорт теле – туған тел булараҡ һәм Башҡортостандың дәүләт теле булараҡ. Ул өс турҙан торҙо: 1-се – тест, 2-се – тәҡдим ителгән тема буйынса инша һәм 3-сө – тәҡдим ителгән темалар буйынса проект эшен яҡлау. Тәүге ике тур “ЯКЛАСС” платформаһында үтһә, аҙаҡҡы турҙа талиптар Zoom аша ҡатнашты.
Башҡорт теленән олимпиадала быйыл 66 махсус һөнәри белем биреү ойошмаһынан525 талип ҡатнашты ( ә былтыр уларҙы һаны 116 ине).
Нефтекама нефть колледжының 1-се курс талибәһе Зөлфиә Ғаязова менән Өфө күп профилле профессиональ колледжы талибәһе Эльвина Хәбирова был еңеүсе тип табылды. Тағы 24 талип призер исеменә лайыҡ булды.
#БашҡортТеле2020
#Баштел2020
Читайте нас: