Кисә, олимпиаданың тәүге көнөндә, республиканың бөтөн белем биреү ойошмаларында онлайн-форматта юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса класс сәғәттәре, дәрестәр үткәрелде.
Тәүге онлайн-дәресте Республика балалар травматизмын профилактикалау буйынса ресурс үҙәге етәксеһе Э. Шәймөхәммәтова һәм Башҡортостан буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығынының ЮХХДИ Идаралығының өлкән инспекторы Ә. Әхмәтшина алып барҙы.