+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2020, 17:36

Ә иртәгә - "Һылыуҡай" конкурсының финалы!

Быйыл “Һылыуҡай” конкурсы бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарыла. Унда ҡатнашҡан 20 һылыу араһында 16-17 йәшлек ҡыҙҙар ҙа бар!

Иртәгә, 3 декабрҙә “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында “Һылыуҡай-2020” Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҙары конкурсының финалы үтә.
Пандемияға бәйле, быйыл конкурстың финалы онлайн-форматта ойошторола. Уны һеҙ Республика халыҡ ижады үҙәгенең ютуб-каналында ҡарай алаһығыҙ.
Финалға Башҡортостандың Сибай, Мәләүез, Өфө ҡалаларынан, Балаҡатай, Бөрйән, Көйөргәҙе, Мәсетле, Яңауыл, Учалы райондарынан, Рәсәйҙең Силәбе, Свердлов, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ленинград, Мәскәү өлкәләренән, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан һәм Татарстан Республикаһынан 20 башҡорт ҡыҙы сыҡты.
Гран-при яулаусы ҡыҙ Лада автомобиле менән бүләкләнәсәк.
Башҡа йылдарҙағы кеүек үк, быйыл да тамашасы һөйөүе номинацияһы өсөн ярыш буласаҡ. Күңелегеҙгә ятҡан һылыу өсөн һеҙ, http://vote.mtv-mix.ru/ һылтанмаһы аша инеп, тауыш бирә алаһығыҙ. Тауыш биреү 3 декабргә тиклем асыҡ була.
Сараны Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт Министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, “Башҡортостан” Дәүләт медиа-холдингы ойоштора.
Читайте нас: