Киләһе дүшәмбенән республиканың барлыҡ мәктәптәрендә лә уҡыусылар оффлайн режимда уҡыуға күсәсәк, тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығы администрацияһы.
Администрациянан хәбәр итеүҙәренсә, республикала коронавирус инфекцияһына бәйле хәлдәр еңеләйеүгә табан бара, шуға ла уҡыусыларҙы кире мәктәпкә ҡайтарыу дөрөҫ аҙым булыр. Балалар былай ҙа 9 ноябрҙән алып дистантта ултырҙы.
Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығының контроль идаралығына бөтөн мәктәптәрҙе лә санитария нормалары үтәләме-юҡмы икәнен тикшерергә ҡушты.
Дистант, һау булып тор, тип әйтергә ваҡыттыр ул, шулаймы?