+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2020, 15:48

Ҡолғаналарҙан өлгө алығыҙ

Бөрйән районы Ҡолғана мәктәбенән бер юлы алты синыф тотошлайы менән "Аманат"ҡа яҙылған. Афарин, бөрйәндәр! Маҡтау билдәләренең һәм рәхмәт кәлимәләренең электрон вариантын сайттан ала алаһығыҙ, оригиналы бер аҙ һуңғараҡ барып етер.Әйткәндәй, бөнгөндән башлап журналға ташламалы яҙылыу ункөнлөгө башланды. Тулыраҡ - сайтта.

Бөрйән районы Ҡолғана мәктәбенең бөтөн синыф менән 2021 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыусы 1-се һәм 3-сө (етәкселәре - Таңсулпан Әхмәй ҡыҙы Шәғәлина), 5-се һәм 6-сы (етәкселәре - Гүзәлиә Фәнил ҡыҙы Ҡолбирҙина), 7-се (етәкселәре - Венера Садиҡ ҡыҙы Ғәләүетдинова) һәм 9-сы синыфтары (етәкселәре - Фәнүзә Мырҙабай ҡыҙы Яҡупова) журналыбыҙҙың маҡтау билдәләре рәхмәт кәлимәләре менән бүләкләнә. Синыф етәкселәренә рәхмәт кәлимәләрен юллайбыҙ. Афарин, ҡолғаналар! "Аманат"ҡа тоғро ҡалып, милли матбуғат уҡып, аңлы, аҡыллы бала саҡты һайлауығыҙ маҡтауға лайыҡ!
Әйткәндәй, бөгөндән алып 13 декабргә тиклем журналыбыҙға ташламалы яҙылыу осоро башланды. 370 һум 08 тин урынына 326 һум 76 тингә яҙылып ҡалығыҙ! Ташлама онлайн яҙылыуға ла ҡағыла! Онлайн-яҙылыу өсөн һылтанма - https://podpiska.pochta.ru/press/П2706
Читайте нас: