+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Декабрь 2020, 14:05

2021 йылдың ғинуарында ниндәй көндәр ял итәбеҙ?

Башҡортостанда 2021 йылдың ғинуарындағы байрам көндәре иғлан ителде. Был хаҡта беҙҙең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә.

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар – Яңы йыл каникулдары, 7 ғинуар – Христос Раштыуаһы байрам көндәре булып иҫәпләнә.
2021 йылда 2, 3 ғинуарҙағы байрам көндәре шәмбегә һәм йәкшәмбегә тап килә. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «2021 йылда ял көндәрен күсереү тураһында» ҡарарына ярашлы, 2 ғинуарҙағы ял көнө — 5 ноябргә, 3 ғинуар 31 декабргә күсерелде. 2020 йылдың 31 декабрендә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Шулай итеп, Яңы йыл каникулдары уңайынан 2021 йылдың 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7 , 8 һәм 9, 10 ғинуары эшләмәгән байрам һәм ял көндәре булып иҫәпләнә.
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә байрам көндәре – 1 , 2, 3, 4, 5, 6, 7 һәм 8 ғинуар отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.
Илүзә Айытбаева фотоһы. Бөрйән районы Байназар ауылы.
Читайте нас: